top of page

                   

Добро  пожаловать!

    Я рада  вас  приветствовать

                   на  моём  сайте! 

Рәхим  итегеҙ! 

   Һеҙҙе  үҙемдең сайтымда            күреүемә  бик  шатмын!

Рисунок1.jpg
depositphotos_134313682-stock-illustrati
эля.png
depositphotos_134313682-stock-illustrati
my-journey-the-beauty-of-lake-linting-is

Страница в социальной сети ВКонтакте

my-journey-the-beauty-of-lake-linting-is

"Мин-тәрбиәсе"

       Нимә ул бәхетле бала саҡ? Хыялдар,  хыялдар  һәм уларҙың күплеге… Балалыҡ кешелә сәс ағарғансы йәшәй, тиҙәр. Минең иһә һөнәремә һөйөүем бала саҡта уҡ барлыҡҡа  килде.

Эйе, минең күңелдә шиғри рухлы шәхес йәшәй. Рифма, образ -  минең тормошомдоң айырылғыһыҙ бер өлөшө.Төрлө әҙәби китаптар, образдар аша  мин балаларҙа Тыуған илгә ,телгә һөйөү  тәрбиәләйем.

       Мин -тәрбиәсе. Һәр көн иртән мин эшемә ашҡынып, балаларҙы һағынып киләм. Уларҙың ҡыҙыҡһыныулы өмөт тулы нурлы күҙҙәрен күреү- үҙе ҙур бәхет минең өсөн. Балаларҙың шат йөҙҙәре, эскерһеҙ көлөүҙәре күңелгә аңлатып бөтмәҫлек рәхәтлек бирә. Балаларҙы ысынлап яратһаң ғына тәрбиәсе булып эшләп булалыр ул. Кескәйҙәрҙе кешеләргә ихтирамлы, тирә-йүнгә, тәбиғәткә ихтибарлы, эшләгән ҡылығыңа яуап бирерлек, төрлө һынауҙарға ныҡ торолоҡ,тыуған еренең, Тыуған иленең патриоты булырҙай, теленә, йолаларына ғөрөф- ғәҙәттәренә, моңона, халыҡ ижадына ғашиҡ итеп тәрбиәләргә тырышам.

Көн һайын миңә балаларымдың ышаныс менән янған күҙҙәре баға. Минең төркөмдә егерме биш Башҡортостандың киләсәге ултыра. Һәм миңә лә был киләсәктә йәшәргә кәрәк бит әле. Был балалар ниндәй булып үҫеүенә ҡарап, Тыуған илдең генә түгел, минең тормошомдоң да әһәмиәте шунан билдәләнә.

       Ата-әсәләр миңә үҙҙәренең иң ҡәҙерлеһен- балаларын ышанып тапшыра. Әлбиттә, һәр әсәне, һәр атаны үҙенең балаһының нисек уҡыуы, тиҫтерҙәре менән нисек аралашыуы, тәрбиәселәр менән уртаҡ тел таба белеү-белмәүе борсой. Шуның өсөн дә һис шикһеҙ, баланың артабанғы яҙмышы ниндәй булыры тәрбиәсенән, йәғни минән тора. Һис  шикһеҙ ата-әсәнең, баланың ышанысын аҡларға, баланың тормошҡа ҡарата булған яҡты уй-хыялдарын һүндермәҫкә, уларҙы үҫтерергә тейешмен.

      Тәрбиәсе булыу еңелдән түгел. Ул түҙемле, тотанаҡлы булырға тейеш. Педагог, ул актер кеүек, бер образдан икенсеһенә күсә белергә тейеш.

       Ысын тәрбиәсе баланы үтәнән-үтә күрә белә, кәрәк саҡта йыуата ала.  Яҡшы педагогка уҡыусылар магнитҡа тартылған кеүек һыйынырға тырышалар.

    Ошо философик фекерләүҙәрҙән, принциптарҙан сығып, мин уҙемдең педагогик йүнәлешемде билдәләйем. Үҙ  телендә  һөйләшкән, башҡорт  телен ихтирам иткән, Башҡортостаны менән ғорурланған киләсәк быуын вәкилдәре үҫтереү – минең хыялым. Бала-саҡ  хыялдары тормошҡа ашҡандай, һәр хыял ысынбарлыҡта  үҙ сағылышын тапһын. Бының өсөн тәрбиәсенән тик тырышлыҡ ҡына талап ителә. Кешелә талант – ун процент, ә ҡалған туҡһан проценты- тырышлыҡ һөҙөмтәһе, тиҙәр. Тимәк, тәрбиәсегә бер урында тапанмаҫҡа, ә яңынан-яңы методтар, ысулдар эҙләргә, яңылыҡтан ҡурҡмаҫҡа, инновацион технологияларҙы үҙенең практикаһына индерергә кәрәк. Ә иң мөһиме – педагог бер ваҡытта ла кешелек сифаттарын юғалтмаһын.

       Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына һәм талаптарына ярашлы итеп ҡоролған эшемдән ҡәнәғәтлелек алып,бала күңеленә асҡыс табып Башҡортостаныбыҙға

лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләйбеҙ.

  Тәрбиәсе - Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Тәрбиәсе - ябай һөнәр түгел, ул - бала күңеленең белгесе.

Тәрбиәсем! Һин аңлаттың йәшәү мәғәнәһен,

Йөрәгеңдән күсте ут - ялҡын.

Бирһен хоҙай, рәхмәттәре менән

Тормошоңа бәхет өҫтәлһең.

bottom of page