top of page

ВЫСТУПЛЕНИЕ

на  совещании  старших  воспитателей,

воспитателей  башкирского языка  ДОУ

на  тему: «Башҡорт  теленә  өйрәтеүҙең ҡайһыбер  үҙенсәлектәре»

 Презентация

"Башҡорт теленә 

өйрәтеүҙең ҡайһы бер  үҙенсәлектәре" 

Э.Р.Хаҡова 

(районное совещание старших воспитателей, воспитателей башкирского языка ДОУ)

unnamed_edited.png
my-journey-the-beauty-of-lake-linting-is

"Моң  байрамы" 

репортаж Дюртюли-ТВ

Мәктәпкә-әҙерлек  төркөмөндә

Моң байрамы”

темаһына үткәрелгән асыҡ сара.

 Презентация

"Моң  байрамы" 

Э.Р.Хаҡова

my-journey-the-beauty-of-lake-linting-is

Мәктәпкә-әҙерлек  төркөмөндә

“Бал байрамы”

темаһына үткәрелгән асыҡ сара.

“Бал байрамы”

репортаж Дюртюли-ТВ

my-journey-the-beauty-of-lake-linting-is
DSC_6292.JPG

"Уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт"

f28078c82e302aaa7e77689b733cd566-0.jpg
f28078c82e302aaa7e77689b733cd566-1.jpg
f28078c82e302aaa7e77689b733cd566-2.jpg
f28078c82e302aaa7e77689b733cd566-3.jpg
f28078c82e302aaa7e77689b733cd566-5.jpg
f28078c82e302aaa7e77689b733cd566-4.jpg
f28078c82e302aaa7e77689b733cd566-6.jpg
my-journey-the-beauty-of-lake-linting-is

Тәрбиәселәргә кәңәштәр

"Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары"

Тәрбиәселәргә кәңәштәр

"Тыуған яғым - алтын бишегем"

my-journey-the-beauty-of-lake-linting-is

Презентация  "Увлекательное путешествие" к ООД в подготовительной группе на тему: "Путешествие по родному краю"

Конспекты  ООД 

на тему:

"Путешествие по родному краю"

my-journey-the-beauty-of-lake-linting-is

Ата – әсәләр йыйылышы өсөн доклад

 

Бала тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле.

   Ғаилә -  ир менән ҡатындың бергәләп төҙөгән ябай, әммә әһәмиәтле бер ҡоролошо ул. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Сабыйын тәү тапҡыр күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә бәхетлерәк, бала һөйөүенә төрөлөп йәшәгән атайҙан да ғорурыраҡ кеше, шат ауаздарға күмелгән йорттан да яҡтыраҡ мөхит бармы икән донъяла?

   Бала тәрбиәләү - ауыр һәм яуаплы хеҙмәт. Һеҙ һәр берегеҙ ғәзиз сабыйығыҙ аҡыллы, лайыҡлы кеше булып үҫһен өсөн көсөгөҙҙө ҡыҙғанмай, улар күңеленә бары изгелек орлоҡтары сәсергә тырышаһығыҙ. Шуға ла ата-әсәләр иң ҙур хөрмәткә лайыҡ.

Ғаиләлә ата - әсә өсөн иң мөһиме - баланын кеше булып үҫеүе. Халҡыбыҙ был теләкте үҙенең мәҡәл - әйтемдәрендә сағылдыра килгән.

- “Ата-әсә теләге утҡа, һыуға батырмаҫ”,

- “Атай- алтын ҡаҙаҡ,әсәй- алтын ҡанат”,

- ”Атай булмай - атай ҡәҙерен белмәйһең,әсәй булмай -  әсәй ҡәҙерен белмәйһең” тип балаларҙы ата-әсәгә ҡарата мәрхәмәтле, изгелекле булырға өндәй. Бала кем генә булмаһын үҙ ғаиләһен ярата, хөрмәт итә.Тыуған илде яратыу, дуҫлыҡ төшөнсәһен белеү, бөтә кешеләргә хөрмәт менән ҡарау, дөрөҫлөктө һөйләү, алдашыуҙы яратмау кеүек бөтә был һәләттәргә бала ғүмере буйы өйрәнә. Әҙәпле кеше үҙ һүҙенә, эшенә тоғро кеше. Әммә иң мөһим әхләҡи ҡиммәттәр бала саҡта һалына. Бала бәләкәй саҡтан атаһына, әсәһенә ҡарап өйрәнә. Яҡшы - яман, изгелек - яуызлыҡ төшөнсәһен тиҙ генә отоп ала. Артабан бала тәрбиәләүҙә балалар баҡсаһы мөһим роль уйнай, әммә ата-әсәнең йоғонтоһо ҙур булып ҡала. Әгәр ғаилә һалған тәрбиә менән балалар баҡсаһы тәрбиәһе тап килһә, бала күңелендә тәрбиәселәргә лә, иптәштәренә лә ышаныс нығына. Ғаилә лә, балалар баҡсаһында ла балалар өйрәнә. Балаларҙың ихтирамлы булыуын теләһәгеҙ, иң тәүҙә уларға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, һәм изге күңелле булыу кәрәк. Һәр саҡ тыйып

тороуҙар, аҡырып-екереп аҡыл өйрәтеүҙәр - үҙҙәре үк тиҫкәрелек тәрбиәләй, үҫмерҙәрҙә кирелек, ҡаршылашыу, асыу тыуҙыра. Һәр ғаиләлә ата-әсә, балалар өсөн көнкүреш эштәре иҫәп-хисапһыҙ.Һәр кем унда үҙ ярҙамын күрһәтә ала. Үҙ әйберен тәртиптә тоторға, өй йыйыштырыу,бәләкәй туғандарҙы ҡарау, мал-тыуар, баҡса эштәрендә ярҙам итеү кеүек ябай ғына эштәр балаларҙы ололарға ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәтә.

Тәрбиә эшендә иң мөһиме - балаға карата һәр эштә теүәл була белеү. Белем алыу - ауыр хеҙмәт. Ул ҙур тырышлык, түҙемлелек һәм эш талап итә.Шуңа күрә балала ихтыяр көсө тәрбиәләү бик мөһим. Сабый бала төрле эштәрҙе теләп башкара, ә инде ҙурая төшкәс, әгәр һәр эште уның өсөн өлкәндәр эшләй торған булһа, балала үҙаллылык һәм тырышлык тәрбияләү ҡыйынлаша, шуның өсөн балағыҙҙы кесе йәштән үк үҙ-үҙенә хеҙмәт күрһәтергә өйрәтеү, ҡулынан килә торган бөтөн эште үҙенән эшләтеү мөһим. Шул сакта гына ул һәрсак берәр шөғөл менән мәшғүл буласак.

Тәрбиә эшендә вак әйбер юк. “ Баланы үҙ-ара һөйләшкәндә йәки уға бойороҡ биргәндә генә тәрбиәләйбеҙ, тип уйламағыҙ,- тигән А.Макаренко ата- әсәләргә мөрәжәғәт итеп.

Балаларҙы тәрбиәләгәндә ғаилә тәрбиәһенә, халык педагогикаһына таяныу ярҙам итә: ата-әсә, өләсәй-олатай үрнәге, балаға ышаныс күрһәтеү, аңлатыу, өйрәтеү, үтенеү, кәңәш биреү, боронғолар һүҙенә таяныу һ. б.

Ғаиләлә бала әҙәплелектең төп ҡағиҙәләренә өйрәнә. Тәрбиәле баланың төп сифаты-кешеләргә ягымлы, тәмле телле булыу, уларҙы ихтирам итеү, кешелеклелек.

Балалар ата-әсәләренән өлгө ала. Улар ата- әсәнең ҡарашын, фекерләүен һәм рухи ҡиммәттәрен үҙләштерә, бөтә аҙымын ҡабатлай. Балалар баҡсаһы  менән ғаиләнең бәйләнеше нығый барған һайын, балаларыбыҙ тәрбиәлерәк, уңыштарыбыҙ да ҙурырак булыр. Хөрмәтле атайҙар, әсәйҙәр һеҙҙең балаларығыҙға ҡылған һөйөүегеҙ, түккән ваҡытығыҙ, көсөгөҙ мотлаҡ—һеҙҙе ҡыуандырыр яҡты киләсәк булып— әйләнеп ҡайтасаҡ.

my-journey-the-beauty-of-lake-linting-is
bottom of page